06:12 (UTC+5), 22 Января 2016

Башҡортостанда Мәскәү режиссеры Мостай Кәримдең повесы буйынса спектакль ҡуя

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яңы йыл байрамдарынан һуң Салауат дәүләт башҡорт драма театры артистары яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләй башланы. Театрҙа Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» исемле повесы буйынса спектакль ҡуйыла. Уны Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштерә.
«Был повесть Антон Федоровҡа бик яҡын, ул Талбазы ауылы, өләсәһе тураһындағы бала саҡ хәтирәләренә бәйле. Режиссер быуындар алмашыныуын күрһәтергә, ауыл мөхитен тыуҙырырға теләй. Уның ошо спектакль буйынса үҙенсәлекле идеялары бар», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Ролдәрҙе билдәле актерҙар Миңдулла Иҙрисов, Рим Зыязетдинов, Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, Фәтих Ҡолһарин, Ринат Ибәтуллин һәм башҡалар уйнай. Премьера 2016 йылдың 4 мартына билдәләнгән.
Антон Федоров Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. 2006 йылда Щукин исемендәге театр институтын тамамлаған, әлеге ваҡытта шулай уҡ режиссерлыҡҡа уҡый. 2007 йылдан Мәскәүҙәге ике театрҙа эшләй («Другой театр», «Практика»).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика