11:48 (UTC+5), 20 Января 2016

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Ведомство ултырышында бәйге комиссияһы бер тауыштан рәссам, «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың эшен иң яҡшыһы тип тапты.
Логотип текст һәм график өлөштәрҙән тора. Логотиптың төп элементы — кинотаҫма. Эмблемаға башҡорт һәм рус телдәрендә «Рәсәй киноһы йылы» тип яҙылған. Республика флагы төҫөндәге өс дүртмөйөш экран һәм кинотаҫманы кәүҙәләндерә. Уртала ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, ул логотипҡа милли колорит өҫтәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр рәссам Игорь Тонконогий Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проекты конкурсында ла еңеп сыҡҡайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика