09:12 (UTC+5), 19 Января 2016

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылында Республика марафоны башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы була.
Байрам программаһы иртәнге сәғәт 11-ҙә «Родина» кинотеатрында йәш тамашасылар — етем һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сеанс менән башлана. Улар «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Төлкө менән ҡор», «Минең ауылым Аҡсура», «Һунарсы улы», «Аңра бүре», «Хәйерлегә булһын», «Урал менән Шүлгәндең мажаралары», «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән», «Сәңгелдәк йыры», «Алдар менән һоро бүре» исемле анимация фильмдарын ҡараясаҡ. Фойела тематик күргәҙмәләр эшләйәсәк, викториналар уҙғарыласаҡ.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Милли музейҙа «Башҡорт киноһы тарихы» күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла кино төшөрөү ҡорамалдары һәм төрлө йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән фильмдарҙың афишалары урын алған.
Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһының рәсми өлөшөндә республиканың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Сара барышында Республика марафонына старт биреләсәк. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Сибай ҡалаһы ҡабул итә.
Шул уҡ көндә ойоштороусылар баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы «Башҡортостан» киностудияһының анимация, документаль, нәфис-ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ҡарарға саҡыра. Фильмдар «Родина» кинотеатрында киске сәғәт 5-тә башлана. Сараға коммерция кинотеатрҙары ла ҡушыла. «Простор» һәм «Мегаполис» кинокомплекстарында йәш тамашасылар өсөн сеанстар ойошторола.
Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо уҡ көндә республикала Рәсәй киноһы йылын асыу уңайынан барлыҡ муниципаль район һәм ҡала округтарында тантаналы саралар үткәреү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика