Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2016, 10:57

Шағир-юморист Марсель Сәлимовтың шиғырҙары япон телендә донъя күрҙе

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Күңел» исемле китап баҫылып сыҡты, унда Рәсәй яҙыусыларының рус һәм япон телдәрендә әҫәрҙәре тупланған. Йыйынтыҡта башҡорт шағиры Марсель Сәлимовтың лирик һәм юмористик шиғырҙары баҫылған.
Әҙәбиәт йылында билдәле сатириктың әҫәрҙәре инглиз, болгар, грек, итальян, немец, швед һәм башҡа сит телдәргә тәржемә ителеп, халыҡ-ара баҫмаларҙа донъя күрҙе.
Халыҡ-ара Интернациональ яҙыусылар һәм журналистар берләшмәһе идараһы Марсель Сәлимовҡа уның Интернациональ яҙыусылар союзының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тороуы хаҡында «Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн» сертификатын тапшырҙы.
Читайте нас: