08:19 (UTC+5), 14 Ғинуар 2016

Өфө урамдарында Рәсәй фильмдарынан һүҙҙәр яҙылған баннерҙар барлыҡҡа килде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө урамдарында Рәсәй фильмдарынан һүҙҙәр яҙылған баннерҙар барлыҡҡа килде. Салауат Юлаев проспектында, Баҡалы, Пушкин һәм башҡа урамдарҙа совет һәм Рәсәй фильмдарында яңғыраған ҡанатлы һүҙҙәрҙе күрергә мөмкин. Улар — Леонид Гайдайҙың «Бриллиант ҡул», «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра» комедиялары, Сергей Бодровтың «Брат-2» һәм Оксана Бычкованың «Питер FM» фильмдары. Һәр баннерҙа «Беҙҙең ғәҙел кино», «Беҙҙең яҡшы кино», «Беҙҙең дөрөҫ кино», «Беҙҙең матур кино» слогандарының береһе яҙылған.
«Рәсәй киноһы — ул ниндәйҙер изге, яҡты һәм яҡын. Цитаталарҙы ла шунан сығып һайланыҡ», — тине «UFAGRA» агентлығының креатив директоры Дмитрий Левашов.
«Ҡала рекламаһы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһында хәбәр итеүҙәренсә, баннерҙар буш, коммерция фирмалары һатып алмаған щиттарҙа урынлаштырыла. «Башҡортостан» киностудияһына ла башҡорт фильмдарынан фекерҙәр тәҡдим итеү тураһында һорау ебәрелгән.
Баннерҙар илдә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылына арналған. 2015 йылда республиканың баш ҡалаһын яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ҡанатлы һүҙҙәре биҙәне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика