09:13 (UTC+5), 12 Января 2016

Өфөлә «Via Chappa» төркөмө ағзаһы Булат Әминевтың тәүге клибының презентацияһы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 14 ғинуарҙа Өфөләге «MusicHall27» ресторанында (Киров урамы, 27) «Via Chappa» төркөмө ағзаһы һәм «Damask» яңы музыкаль проекты солисы Булат Әминевтың «Ҡар» йырына видеоклиптың презентацияһы була. Сара киске сәғәт 10-да башлана. Программала клип ҡарау һәм «Damask» йырҙарын башҡарыу, шулай уҡ «Via Chappa» төркөмөнөң сығышы ҡаралған.
Уның һүҙҙәренсә, клип «Такси» драматик фильмының (Иран) идеяһы менән һуғарылған. Фильмдағы ваҡиғалар Тегеран урамдары буйлап елгән таксиҙа бара. Режиссер Джафар Панахи төп ролде — таксисты уйнай. Автомобилдә ул төрлө кешеләрҙе — мотоциклсы һәм уның ҡатынын, һеңлеһен, күршеһен, өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы осрата.
Йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн Булат Әминев үҙе яҙған. Дүрт минут 12 секундлыҡ клипты өс көн төшөргәндәр.
«Клипты ҡаланың тарихи өлөшөндә төшөрҙөк. 1996 йылда Ишембайҙан республиканың баш ҡалаһына юғары белем алырға килгән ваҡытта минең өсөн Өфө тап ошонда башланды», — тине йырсы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика