09:41 (UTC+5), 11 Ғинуар 2016

Милли йәштәр театры республика буйлап гастролгә сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Башҡортостан буйлап гастролгә сыҡты. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджер Дарья Ольхова хәбәр итеүенсә, 20 һәм 21 ғинуарҙа башҡорт труппаһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Аладдин» көнсығыш әкиәтен, «Аҡса булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһын һәм «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» спектаклен ҡуя. 22 ғинуарҙа Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда артистар «Аладдин» һәм «Аҡса булһа бер муҡса…» спектаклдәрен тәҡдим итә.
2015 йылдың ноябрендә «Аҡса булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһының премьераһы булды. Уны Азат Йыһаншин сәхнәләштерҙе. Сибай һәм Баймаҡ тамашасылары өфөләрҙән һуң тәүгеләрҙән булып яңы спектаклде баһалай аласаҡ. Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов ҡуйған «Аладдин» көнсығыш әкиәте — бөтә ғаилә өсөн спектакль. Сибай тамашасылары театрҙың художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» исемле спектаклен ҡараясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика