07:25 (UTC+5), 30 Декабря 2015

Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Бөгөнгө төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы» китабының икенсе бүлеге донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге «Китап» нәшриәтендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Бөгөнгө төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы» исемле китабының икенсе бүлеге донъя күрҙе. Китапта Төньяҡ-көнбайыш Төркөстандың халҡы, географик урыны, тарихы тураһында мәғлүмәт тупланған.
Икенсе бүлектә Төркөстандың тарихы хаҡында һүҙ бара. Бында уның төп халҡы, Төркөстандың туран һәм башҡа мәҙәниәттәр менән бәйләнеше, төрөктәр һәм ислам, ҡарахан, монгол походтары, шулай уҡ Тимербәк осоро хаҡында бәйән ителә. Шул осорҙағы сәйәси ваҡиғаларға ҙур урын бирелә. Тарихсы-ғалим Рәсәйҙең 16-18 быуаттарҙан алып 20 быуатҡа тиклемге колониаль сәйәсәтен, башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм башҡа Төркөстан халыҡтарының милли-азатлыҡ ихтилалдарын һүрәтләй. Автор 1917 йылғы революциянан һуңғы ваҡиғаларҙы, милли-азатлыҡ хәрәкәтен, шул иҫәптән Башҡортостанда һәм Төркөстанда барған ваҡиғаларҙы төплө яҡтырта. Китап башҡорт телендә баҫылған һәм киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
Китап продукцияһын «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин. Адресы: Октябрь проспекты, 2.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика