11:34 (UTC+5), 29 Декабря 2015

Өфөлә Рәсимә Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем» исемле китабы Брайль шрифты менән баҫылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында балалар шағирәһе, драматург, фольклорсы, тәржемәсе һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем» исемле китабы донъя күрҙе.
Китап ике форматта — Брайль шрифты менән һәм электрон вариантта башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған. Баҫма «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған.
Рәсимә Ураҡсина балалар яҙыусыһы, популяр шиғри китаптар авторы булараҡ танылыу яуланы. Уның шиғырҙары башҡорт фольклоры мотивтарына яҡын. Шиғырҙарына балалар өсөн бик күп йырҙар ижад ителгән. Рәсимә Ураҡсинаның пьесалары республика театрҙарында ҡуйылған. Өҫтәүенә ул ғалим һәм уҡытыусы булды, оҙаҡ йылдар башҡорт балалар фольклорын йыйҙы һәм өйрәнде.
Рәсимә Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем» исемле йыйынтығына башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар, хикәйә һәм пьесалар тупланған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика