10:48 (UTC+5), 28 Декабря 2015

Башҡорт режиссерының фильмы яңы халыҡ-ара наградалар яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Литваның Вильнюс ҡалаһында «Tindirindis» XIII халыҡ-ара анимация фильмдары фестиваленә йомғаҡ яһалды. Башҡорт режиссеры, аниматор Рим Шәрәфетдиновтың «Супер 8» тип аталған эше фестивалдең дипломына лайыҡ булды. Сарала бөтә донъяла билдәле режиссерҙарҙың, шулай уҡ студенттарҙың эштәре күрһәтелде.
Шул уҡ эш Санкт-Петербургта «Мультивидение» XIII анимация сәнғәте фестивалендә юғары баһаланды. «Супер 8» кинотаҫмаһына «Тормошто ихлас яратҡан өсөн» тигән махсус номинацияла приз тапшырылды. Сарала бөтә донъянан иң яҡшы анимация тупланды. Фестивалгә Франция, Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Испания, Италия, Польша, Хорватия, Эстония, Япония, Корея, Ҡытай, Тайвань, Иран, Венесуэла, Сингапур һәм Колумбиянан 1200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән.
Тамашасы Рим Шәрәфетдиновтың ижады менән күптән таныш. Ошо йылдар эсендә режиссерҙың 15-кә яҡын эше тупланған, йыл һайын улар төрлө абруйлы кино фестивалдәрендә ҡатнаша һәм приздар яулай, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика