11:04 (UTC+5), 23 Декабря 2015

Өфөлә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы йыл лауреаттарын бүләкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми-методик журналы редакцияһында 2015 йылға йомғаҡ яһалды. Бында педагогик баҫманың йыл лауреаттарын һәм Әҙәбиәт йылына арналған ижади конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы, тип хәбәр итте баш мөхәррир урынбаҫары Әминә Раҡаева.
Журналдың директоры Салауат Кәримов Белорет районының Ғәбдүк ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Рәүф Айытбаевҡа, Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Зәки Әлибаевҡа, Ишембай районының Васильевка ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Клеинаға, БДУ доценты Флүр Сибәғәтовҡа һәм Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Фәниә Юнысоваға йыл лауреаты дипломдарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының быйылғы 4-се һанында Әҙәбиәт йылына бағышланған «Уҡытыусы — ижадсы» тип аталған конкурс иғлан ителде. Ижади бәйге журнал уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда Башҡортостан район һәм ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән 100-ҙән ашыу педагогик хеҙмәткәр һәм педагогик хеҙмәт ветераны ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде: «Педагогик фәлсәфә» — Учалы районы Миндәк ауылының 6-сы мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Туҡтарова; «Минең педагогик алымым» — Шаран районы Шаран ауылының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Диярова; «Мәҙәк хәлдәр» — Бәләбәй районынан педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Камил Фазлетдинов. Еңеүселәр «Хазина-Тур» туроператорының сертификаттары менән бүләкләнде. Ҡайһы бер эштәр Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Урман илселеге» аралашыу зоопаркының дәртләндереү приздарына лайыҡ булды. Еңеүселәргә һәм номинанттарға «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһының почет грамоталары тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика