11:18 (UTC+5), 21 Декабрь 2015

Эстонияла «Ағиҙел» башҡорт ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Таллинн ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне. Берекмә Эстонияла абруйлы ойошмаларҙан һанала. Коллектив башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары менән республика байрамдарында даими сығыш яһай. Был хаҡта ойошманың рәйесе Флүзә Хәйруллина һөйләне.
«Ағиҙел»дең 15 йыллығы уңайынан ойошторолған байрамға Эстонияға Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендә ҡунаҡтар килде. Шулай уҡ Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, Рәсәйҙең Эстониялағы илселеге вәкилдәре, Палдиски ҡалаһы хакимиәте етәкселеге, Салауат Юлаев исемендәге урындағы клуб ағзалары бар ине. Ғәли Вәлиуллин «Ағиҙел» ойошмаһының әүҙем ағзаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалдарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотлау хаты ебәргән. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Салауат районы хакимиәте башлығынан ҡотлау һүҙҙәре еткерелде.
Таллинндың үҙәк майҙанында ҡунаҡтарҙы милли ризыҡ — сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Балалар иһә концерт ҡуйҙы. Тамашасылар «Башҡорт балы» бейеүен һәм ҡурай моңдарын тейешенсә баһаланы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика