16:31 (UTC+5), 18 Декабря 2015

Төбәктә Аҡмулла көндәре сиктәрендә мәғрифәтсе исемендәге премия тапшырылды

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Миәкә районында Аҡмулла көндәре уҙҙы. Ошо ваҡиға сиктәрендә бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған саралар ойошторолдо.
Аҡмулла көндәре «Эрмитаж» Ҡырғыҙ-Миәкә картина галереяһында фотокүргәҙмә менән асылды. Уның ойоштороусыһы — Башҡортостандың халыҡ рәссамы, фоторәссам, Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәмил Килмәмәтов. Эштәрҙе йәй көнө ШОС һәм БРИКС илдәре — Иран, Ҡытай, Тажикстан, Һиндостан һәм башҡа дәүләттәрҙең фоторәссамдары башҡарған. Фотоһүрәттәр Миәкә районының 85 йыллығына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Аҡмулла көндәренә бағышланғайны. «Фотоһүрәттәрҙә Миәкә районы тормошонан бер көн, ауыл халҡы, эшсәндәр, балалар, тәбиғәт сағылыш тапҡан. Ошо фотокүргәҙмәне районға бүләк иттеләр», — тип хәбәр итте журналист Әлиә Абдуллина.
Байрамға абруйлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән уҙған йылдарҙағы лауреаттар: Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, философия фәндәре докторы Әхмәт Дәүләтҡолов, яҙыусы, Аҡмулла исемендәге музейҙың директоры Фәнис Янышев, «Һәнәк» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Факил Мырҙаҡаев һәм башҡа яҙыусылар килгәйне. Сығышы менән Миәкә районынан булған медицина фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһындағы «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов халыҡтар араһында берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуҙа ярҙам иткәне, йәмғиәттә конфессия-ара һәм милләт-ара дуҫлыҡты пропагандалағаны, ислам ҡанундарын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Аҡмулла исемендәге премия лауреаты тип танылды.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия 27-се тапҡыр тапшырыла. Бик күп яҙыусылар, ғалимдар, рәссамдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм дин әһелдәре ошо премияға лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында Рәшит Шәкүр, Розалиә Солтангәрәева, Риф Абдуллин, Ғәзим Шафиҡов, Заһир Исмәғилев бар.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика