09:21 (UTC+5), 17 Декабря 2015

Мәскәүҙә «Башҡортостан тураһында дастан» донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Башҡортостан тураһында дастан» китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡта рус теленә тәржемә ителгән Башҡортостандың хәҙерге шиғриәте тупланған. Китап «Күп телле Рәсәй шиғриәте» серияһында һәм «Рәсәйҙең аҡ торналары» проекты сиктәрендә баҫылып сыҡҡан.
Унда 15 башҡорт авторының, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаеваның, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Тамара Ғәниева, Азамат Юлдашбаев, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллинаның шиғырҙары ингән. Һәр автор тураһында биографик белешмә бирелгән.
Китап Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың сәләмләүе менән асыла. «Рәсәйҙең аҡ торналары» — күп милләтле Рәсәй халыҡтары араһында туғандарса мөнәсәбәттәр булдырыуҙың ышаныслы нигеҙе. Фестиваль сиктәрендә донъя күргән «Күп телле Рәсәй шиғриәте» китаптар серияһы ла ошо маҡсатҡа булышлыҡ итә. Ул үткәндең данлы традицияларын тергеҙә һәм илебеҙ халыҡтары әҙәбиәтен яңы кимәлгә күтәрә», — тип билдәләнә министрҙың сәләмләү һүҙендә.
Бынан алда «Күп телле Рәсәй шиғриәте» серияһында авар, балҡар, адыг һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙары баҫылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика