13:12 (UTC+5), 17 Декабря 2015

Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында яҙыусы Александр Прохановҡа Аксаков премияһы тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһы уҙҙы. Сарала уның иң сағыу ваҡиғалары — «Әҙәби нағыш» республика марафоны, «Рәсәйҙең әҙәби картаһы», «Библиотөн», «Әҙәби троллейбус», «Дауаханаларға — китап» акциялары, «Йәштәр тауышы» республика фестивале, «Әйтер һүҙем бар» ижади проекты, әҙәби музейҙар республика форумы билдәләнде. «Яҡтыраҡ биттәр күберәк» девизы аҫтында китапханаларҙа, музейҙарҙа, редакцияларҙа бик күп әҙәби саралар ойошторолдо.
Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһында 260-тан ашыу ағза иҫәпләнә, быйыл 46 кеше ҡабул ителгән. Республикала 61 әҙәби берекмә булдырылған, 23 әҙәби музей эшләй. Башҡортостан «Рәсәйҙең иң күп уҡыусы төбәктәре» исемлегенә инде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов танылған яҙыусы, публицист, «Завтра» гәзитенең баш мөхәррире Александр Прохановҡа Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия тапшырҙы.
Яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рауил Шаммасов Премьер-министр ҡулынан Халыҡтар дуҫлығы орденын алды. Яҙыусы Алла Докучаева республиканың почет грамотаһы менән бүләкләнде, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм башҡа әҙиптәр исемдәр алды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Федерация Советының почет грамотаһына лайыҡ булды.
Тантаналы сарала шағирҙар Шәйхзада Бабич, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәсимә Ураҡсина һәм башҡа авторҙарҙың шиғырҙары яңғыраны. Шулай уҡ башҡорт артистары һәм төркөмдәре сығыш яһаны. Театр фойеһын Милли әҙәби музей, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ойошторған күргәҙмәләр биҙәне.
Саранан һуң байрам ҡунаҡтарын Башҡорт дәүләт филармонияһына «Урал батыр төнө» этнофестиваленә саҡырҙылар.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика