09:55 (UTC+5), 16 Декабря 2015

Республиканың кейеҙ коллекцияһы «Этно-Эрато» конкурсында наградалар яуланы

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика халыҡ ижады үҙәгендәге «Урал» галереяһының «Ҡышлау» кейеҙҙән тегелгән кейемдәр коллекцияһы «Этно-Эрато» III Евразия юғары милли модаһы конкурсында ҡатнашты. Башҡортостан дизайнерҙарының эше юғары баһаланды һәм «Көнсығыш костюмы» номинацияһында икенсе урынға, шулай уҡ бәйгенең төп бүләгенә — «Профессионализм өсөн» номинацияһында «Алтын ҡайсы»ға лайыҡ булды. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
«Этно-Эрато» Евразия юғары милли кейем модаһы конкурсы Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш департаменты етәкселегендә Мәскәү Хөкүмәте бинаһының ҙур залында уҙҙы. Конкурсҡа Рәсәйҙең 39 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Грузия, Әрмәнстандан билдәле дизайнерҙар һәм модельерҙар килгәйне.
«Этно-Эрато» бәйгеһе — заманса модаға ярашлы тегелгән традицион этник костюмдың үҙенсәлекле ҡиммәттәрен күрһәтеү. Сара кейемдәге милли традицияларҙы өйрәнеүгә булышлыҡ итеү, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика