Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2015, 11:10

Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы эстафетаһы Әҙәбиәт йылының тамамланыуына бағышлана

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 16 декабрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы сиктәрендә эстафета тапшырыла. Сара Әҙәбиәт йылының тамамланыуына арналған.
Акцияның маҡсаты — милли әҙәбиәтте пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү, китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Акцияла дәүләт, коммерция, йәмәғәт ойошмалары һәм барлыҡ теләүселәр ҡатнашты. Сара барышында һатып алынған әҙәбиәт балалар йорттарына, мәктәптәргә, интернаттарға, дауаханаларға, китапханаларға тапшырылды, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә бүләк ителде.
Акция иртәнге сәғәт 10-да башлана, инеү ирекле.
Читайте нас: