13:00 (UTC+5), 14 Декабрь 2015

Мәскәүҙең «Алтын Ай» бейеү ансамбле баш ҡала тамашасыһын башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙең Орджоникидзе исемендәге Рәсәй геология-разведкалау университетының концерт залында «Алтын Ай» ансамбленең отчет концерты уҙҙы. Сара Әҙәбиәт йылына бағышланды һәм башҡорт әҙәбиәтенең бай тарихына үҙенсәлекле байҡау яһалды. Ҡатнашыусылар күренекле авторҙарҙың исемдәрен хәтергә төшөрҙө: сәхнәнән танылған башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.
«Алтын Ай» төркөмөнөң йәш артистары тамашасы өсөн премьералар әҙерләгән: «Карауанһарай», «Ҡырағай аттар» бейеүҙәре. Бынан тыш, солистар һинд, испан, татар бейеүҙәрен башҡарыу оҫталығын да күрһәтте.
— Тамашасылар «Алтын Ай»ҙың кескәй артистарын айырыуса яратып ҡаршы алды. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға 5-7 генә йәш, әммә уларҙың сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе бар. Быйыл улар күп кенә сағыу һәм ҡыҙыҡлы номерҙар әҙерләгән. Шуларҙың береһе «Балаларҙың шатлығы» тип атала, — тип һөйләне Мәскәү журналисы Гөлнара Ибраҡова.
Күптән түгел ойошторолған өлкән ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң сығышы концерттың иң юғары нөктәһе булды. «Ете ҡыҙ» һәм «Тимербай килендәре» бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Концертта шулай уҡ татар мәҙәни үҙәгенән ҡунаҡтар — Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәдиф Яваев етәкселегендәге «Ильдан» бейеү ансамбле ҡатнашты.
«Алтын Ай» төркөмө 2011 йылда ойошторолған. Был Мәскәүҙә башҡорт бейеү сәнғәтен пропагандалаусы тәүге һәм берҙән-бер коллектив. Ансамбль Мәскәүҙә, Өфөлә уҙғарылған төрлө концерттарҙа, фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Етәксеһе — йәш талантлы хореограф, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке артисы Нәзир Байегетов. «Алтын Ай» ансамбленең һәр сығышы — ҙур булмаған театраль тамаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика