12:11 (UTC+5), 14 Декабря 2015

Өфөлә авиация полковнигы һәм танылған яҙыусы Азат Мағазов менән хушлашыу була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Отставкалағы авиация полковнигы, билдәле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Азат Мағазов 2015 йылдың 13 декабрендә 89-сы йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды.
Азат Шәйехйән улы Мағазов 1926 йылдың 17 декабрендә Башҡортостандың Миәкә районы Баязит ауылында тыуған. 1943 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң штурм авиацияһы полкы составында I, II, III Балтик буйы һәм Ленинград фронттарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1952 йылда Харьков авиация штурмандары училищеһын тамамлай, бер үк ваҡытта Харьков педагогия институтында уҡый. 30 йыл армияла хеҙмәт иткәндән һуң Азат Мағазов полковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградланған. Оҙаҡ йылдар Республика тыныслыҡты яҡлау комитетының рәйесе булып эшләй. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Азат Мағазов йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү эшендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яҙыусы республиканың Милли әҙәбиәт музейында уҙғарылған сараларҙа почетлы ҡунаҡ була.
Азат Мағазовтың «Шоңҡар юлы», «Эҙләр инем, эҙең юҡ», «Ҡырауҙан һуң миләш тәмләнә», «Тәүбә» һәм башҡа китаптары милли әҙәбиәттә үҙенсәлекле күренеш булды. Тәнҡитселәр уның «Үрге Димдә ай ҡойона» трилогияһын Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй әҙәбиәтенең ижади ҡаҙанышы тип баһаланы.
Мәрхүм менән хушлашыу 15 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы фойеһында уҙа. Адресы: Коммунистик урамы, 34.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика