Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2015, 13:32

Өфөлә Асия Ғәйнуллина башҡорт костюмын тегеү һәм ҡобайыр башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 декабрҙә Өфөлә «Ил инәһе, ил гәүһәре һеҙ икән» республика семинары уҙғарыла. Сара ҡобайыр башҡарыу оҫтаһы, үҙенең сәсәндәр мәктәбенә нигеҙ һалыусы, йырҙар авторы Асия Ғәйнуллинаның 60 йәшенә арнала.
Асия Ғәйнуллинаның оҫталыҡ дәрестәре иртәнге сәғәт 10-да башлана. Тәүҙә ул биш төрлө түшелдерек эшләргә өйрәтәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларға эш өсөн түшелдеректәр, сәйлән, ептәр һәм энәләр бирелә. Сарала ҡатнашыу түләүле.
Көндөҙгә сәғәт 2-лә һөйләү сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе башлана. Теләүселәрҙе эпос, ҡобайыр, әкиәт, ҡатын-ҡыҙҙар өзләүе, әйтеш башҡарыу техникаһына өйрәтәсәктәр.
Оҫталыҡ дәрестәрендә «Ағинәйҙәр ҡоро», «Ете ҡыҙ» этнография, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм матурлыҡ студияһы, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Әс-Сәләм» этно-фолк төркөмө, «Евразия» эстрада төркөмө, «Карауан» фольклор-эстрада төркөмө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡатнаша.
Сара Республика халыҡ ижады үҙәгенең сәсәндәр үҙәгендә ойошторола. Белешмә өсөн телефондар: (347) 289-62-00, 289-65-50.
Читайте нас: