10:39 (UTC+5), 10 Декабря 2015

Өфөлә Евразия гуманистик форумы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге Конгресс-холда Евразия гуманистик форумы асылды. Был ваҡиға — Рәсәйҙең Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслеге мәлендә уҙғарылған сараларҙың һуңғыһы. Дөйөм алғанда, форумда Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстандан һәм Рәсәй төбәктәренән ике мең самаһы вәкил ҡатнаша. Сара эксперттар һәм ҡатнашыусыларҙың юғары кимәле менән айырылып тора.
«Беҙгә, Башҡортостан халҡына, Шанхай рухы — ошо ойошмалар сиктәрендә үҙ-ара эш итеү ойошторолған принциптар һәм ҡиммәттәр бик яҡын. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә хеҙмәттәшлек бер-береңә ышаныс, үҙ-ара файҙа, тигеҙлек, төрлө мәҙәниәттәрҙе хөрмәтләү һәм берлектәге үҫешкә ынтылыу менән айырылып тора», — тип билдәләне, форумды асып, республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Форумдың төп темаһы — заманса шарттарҙа кешенең, йәмғиәттең үҫеше мәсьәләләре. Дүрт көндә биш ғилми-ғәмәли конференция, шул иҫәптән Аҡмулла, Аитов, Гумилев уҡыуҙары; өс дискуссия майҙансығы; дискуссия клубы һәм 25 секция ултырышы уҙғарыла. Сара барышында үҙенсәлекле күргәҙмә һәм «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивален ойоштороу ҡаралған. Ултырыштарҙа илһөйәрлек һәм толерантлыҡ мәсьәләләре, милләт-ара тыныслыҡты, туған телдәрҙе һаҡлау проблемалары күтәреләсәк, дәүләт һәм йәмғиәт үҫешенең тарихи-философик аспекттары, мәғрифәтселек традициялары тикшереләсәк.
Дәүләт Думаһы депутаты Василий Лихачев, ултырыштың пленар өлөшөндә сығыш яһап, Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
«Бөгөн күҙәтелгән хәл-ваҡиғалар алдыбыҙға мөһим бурыс ҡуя: яңы логистика, халыҡ-ара кимәлдәге проблемаларға яңыса ҡарау һәм «Халыҡ-ара берләшмә артабан нисек булыр?» тигән һорауға яуап бирергә ынтылыу кәрәк», — тип билдәләне докладсы. Өфөләге форум төрлө конфессия вәкилдәренең, сәйәси ҡараштарҙың һәм көстәрҙең, тыныслыҡ өсөн яуаплы кешеләрҙең осрашыу урыны булырға тейеш, тип иҫәпләй Василий Лихачев.
Тулыраҡ программа — Евразия гуманистик форумының рәсми сайтында.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика