13:22 (UTC+5), 10 Декабря 2015

Өфөлә Башҡортостандың ете үҙешмәкәр коллективы «атҡаҙанған» исемен алды

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостандың ете үҙешмәкәр коллективы «атҡаҙанған» исемен алды. Күптән түгел Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йортоноң 100 йыллығына бағышланған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының V «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы.
«Ун айҙа эксперт комиссияһы 16 меңдән ашыу үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында биш мең самаһы концерт номерын ҡараны. Шуларҙың 943-ө үҙҙәренең исемен раҫланы, быйыл 169 коллективҡа исемдәр бирелде. Бөгөн республикала «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөткән 1112 коллектив иҫәпләнә», — тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге. Был көндә Башҡортостандың тағы ете үҙешмәкәр коллективы «Атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исеме бирелеүе тураһында таныҡлыҡ алды. Улар — «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле (Өфө), Башҡорт халыҡ хоры (Әбйәлил районы), «Рус биҙәктәре» рус халыҡ фольклор ансамбле (Архангел районы), «Холмичи» өлгөлө ҡалаҡ һуғыусылар театры (Ҡалтасы районы), «Хаят» татар халыҡ театры (Яңауыл районы), «Тамбур» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы (Балаҡатай районы), «Берҡаҙан» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (Дәүләкән районы).
Сарала шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. 680-дән ашыу ҡатнашыусы лауреат һәм дипломант булды.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика