11:49 (UTC+5), 09 Декабря 2015

Композиторҙар союзының Музыка фестивале башҡорт музыка сәнғәте йондоҙҙарының концерты менән башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Композиторҙар союзының 75 йыллығына арналған Музыка фестивале башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән торған ҙур концерт менән асылды. Опера һәм балет театрында композиторҙар һәм музыка белгестәре, мәҙәни йәмәғәтселек, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауы, Рәсәй төбәктәрендәге коллегаларҙың телеграммалары уҡып ишеттерелде.
Республиканың танылған композиторҙары Ләйлә Исмәғилева, Нур Дауытов, Рөстәм Сабитов, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Сәлмәнов, Валерий Скобелкин, Илдар Хисаметдинов, музыка белгестәре Евгения Скурко, Нелли Әхмәтйәнова Рәсәй Композиторҙар союзы, республика Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Мәскәү композиторы, Рәсәй Композиторҙар союзы секретары, Рәсәйҙең халыҡ артисы Ширвани Чалаев, коллегаларын ҡотлап, туған Дағстан телендә йыр башҡарҙы.
Концерт ижади союздың биографияһының биттәрен байҡаны, уны ойоштороуҙағы мөһим мәлдәрҙе билдәләне: БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советының 1940 йылдың 2 декабрендәге тарихи ҡарары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһы. Концертта башҡорт музыка сәнғәте йондоҙҙары: Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Раиф Ғәбитов, Камил Рәхимов, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин, Таһир Кәримов, Халиҡ Заимов, Шамил Ибраһимовтың әҫәрҙәре яңғыраны. Музыканы Милли симфоник оркестр, Дәүләт академик хор капеллаһы һәм солистар Салауат Асҡаров, Иҙрис Ғәзиев, Раил Кучуков, Зөлфирә Фәрхетдинова, Әлим Ҡәйүмов, Аида Мәжитова башҡарҙы.
Композиторҙар союзының 75 йыллығына арналған фестиваль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 11 декабргә тиклем дауам итәсәк. Классиктарҙың һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика