15:05 (UTC+5), 08 Декабря 2015

Стәрлетамаҡта «Әҙәби марафон» уҙҙы

Сибәғәт Рахманғолов
Сибәғәт Рахманғолов
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Стәрлетамаҡ районында Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби марафон»дың сираттағы этабы уҙҙы. Ижади делегацияны Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкләне. Делегация составында шулай уҡ шағирҙар Мөнир Вафин, Лариса Абдуллина һәм Кристина Андрианова-Книга, Милли әҙәби музей хеҙмәткәре Регина Фазылова һәм Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы директоры Әлфиә Юнысова бар ине.
«Әҙәби көн»дөң программаһында Стәрлетамаҡ шағирҙары, яҙыусылары, журналистары, китапханасылары, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙғарыу, секцияла башлап яҙыусы авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшереү ҡаралғайны. «Әҙәби марафон»да ҡатнашыусылар өсөн Стәрлетамаҡ буйлап экскурсия ойошторолдо, улар көҙ көнө асылған Заманса скульптура бульварына барҙы һәм Г.К.Жуков исемендәге паркта Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының һәйкәленә сәскәләр һалды.
Йола буйынса, Республика әҙәби марафоны этабы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды, унда ишембайҙарға Әҙәбиәт йылының символы — Йылъяҙма-китап тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика