10:43 (UTC+5), 08 Декабря 2015

Башҡорт дәүләт филармонияһының фойеһы — Шүлгәнташ мәмерйәһенә, зал тирмәгә әүереләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһының фойеһы бер көнгә — Шүлгәнташ мәмерйәһенә, зал тирмәгә әүереләсәк, тип хәбәр иттеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә. 17 декабрҙә бында «Урал батыр төнө» тип аталған ҙур этнобайрам уҙғарыла.
Проект «Урал батыр» эпосының сюжет һыҙығына нигеҙләнгән. Иң яҡшы профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, солистар үҙҙәренең һәләтен күрһәтәсәк. Улар араһында сәсәндәр, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа, думбырала уйнаусылар, өҙләү оҫталары, «Арғымаҡ», «Әссәләм», «Ятаған» төркөмдәре, Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры (дирижеры Ленар Әхәмәтвәлиев) бар. Фойела китаптар, картиналар, башҡорт эпосы дисктарын һатып алырға мөмкин.
«Урал батыр төнө» киске сәғәт 6-ла башлана. Байрам республикала Әҙәбиәт йылын ябыу сиктәрендә ойошторола. Яңы проект йыл һайын үткәрелер, тип ышана ойоштороусылар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика