05:10 (UTC+5), 07 Декабря 2015

Йәш пианист Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Тимофей Владимиров Петр Чайковский исемендәге IX халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бөйөк рус композиторы Петр Ильич Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған конкурс тәүге тапҡыр Новосибирск ҡалаһында асылды. Унда 23 илдән: Рәсәй, Әрмәнстан, Азербайжан, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Германия, Австрия, Люксембург, Дания, Хорватия, Румыния, Корея, Ҡытай, Япония, Монголия, АҠШ, Канада, Израиль һәм Австралиянан 127 йәш музыкант ҡатнаша.
Финалсылар Новосибирск академик симфоник оркестры һәм Беларусь Республикаһының Дәүләт академик симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһай. Еңеүселәр 15 декабрҙә иғлан ителә.
Петр Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс – 17 йәшкә тиклемге музыканттар өсөн ҙур һөнәри бәйге. Конкурс фортепиано, скрипка, виолончель белгеслектәре буйынса уҙғарыла.
Тимофей Владимиров — республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Щелкунчик» йәш музыканттарҙың XIV халыҡ-ара телевизион конкурсы дипломанты, Башҡортостан Башлығы стипендиаты, «Рәсәйҙең һәләтле балалары» проекты еңеүсеһе, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты. Тимофей урта махсус музыка колледжында билдәле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Погодина класында уҡый. Тимофей Владимиров 10 йәшенән үк Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Вологда һәм Мантаа (Финляндия) ҡалаларының иң яҡшы концерт залдарында сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика