11:46 (UTC+5), 07 Декабря 2015

Өфөлә танылған рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 декабрҙә Өфөлә танылған рәссам, һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы Михаил Нестеровҡа һәйкәл асыу тантанаһы була. Сара Евразия гуманистик форумы сиктәрендә уҙа. Тантана иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Һәйкәл М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы биләмәһендә ҡуйылған. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкиндың (1948-2004) эскизы буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фирдант Нуриәхмәтов етәкселегендәге ижади төркөм эшләгән. Бронза һәйкәлдең бейеклеге — 3,6 метр.
Башҡорт дәүләт художество музейында 12 меңдән ашыу экспонат, шул иҫәптән Михаил Нестеров әҫәрҙәренән тупланған ҙур коллекция бар. 1954 йылдан алып музей үҙенә нигеҙ һалыусының исемен йөрөтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика