06:09 (UTC+5), 02 Декабря 2015

Өфөлә Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» тигән яңы китабы сыҡты: автор мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» тигән яңы китабы донъя күрҙе.Трилогия өс романдан тора. Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин бер юлы бөтә яҡындарын юғалта. Китап геройҙың йәшәү мәғәнәһен һәм «Кем ғәйепле?», «Нимә эшләргә?», «Артабан нисек йәшәргә?» тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләүенә арналған.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Флүр Ғәлимов — хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Ул ижадта яңылыҡҡа ынтыла. Тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, «Яңы башҡорт» исемле романы менән ул башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема һәм яңы герой алып килде. «Аҙғын тәүбәһе» китабы авторҙың сюжет, тәьҫирлелек саралары өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә.
«Китапта магик реализм ысулы ҡулланыла: магия, эзотерика, күрәҙәлек, сихырсылыҡ реаль күренеш булараҡ һүрәтләнгән», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттә.
Йыйынтыҡтың тиражы — 1,5 мең дана. Уны «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика