09:40 (UTC+5), 01 Декабря 2015

Өфөләрҙе кино төшөрөү серҙәренә өйрәтәсәктәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 5 декабрҙә Өфөлә теләгән һәр кем кино хаҡында өс лекция тыңлай ала. «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә режиссер Айнур Асҡаров, продюсер Гөлфиә Шәрипова һәм Planeta.ru краудфандинг майҙансығы вәкиле Василина Горовая үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Улар эште ниҙән башлау, ҡайҙан ресурс табыу хаҡында һөйләйәсәк. Спикерҙар фильм өсөн тема эҙләү, кино төшөрөргә әҙерләнеү, актерҙар менән эшләү, смета төҙөү, кинофестивалдәрҙә ҡатнашыу, краудфандинг, маркетинг кеүек мөһим мәлдәргә иғтибар итәсәк.
Айнур Асҡаров күптән түгел генә прокатҡа сыҡҡан «Әсә» фильмын төшөрөүе, оҫталыҡ дәрестәрен алып барыусылар «Күбәләк» ҡыҫҡа метражлы фильмының Рәсәй кинофестивалдәрендә лауреат булыуы тураһында бәйән итәсәк.
Оҫталыҡ дәрестәре киске сәғәт 7-лә башлана. Planeta.ru краудфандинг майҙансығы вәкиле менән скайп аша бәйләнешкә сығыу ҡаралған. Белешмә өсөн телефон: 8-963-143-68-29 и 266-45-43. Бында теркәлергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика