07:20 (UTC+5), 30 Ноября 2015

«Йәшлек шоу»-2015» йәштәр фестивале еңеүселәрҙе билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестиваленең Гран-приһын Учалы районынан Сәмиғулла Лоҡманов яуланы. Беренсе урынға Мәскәүҙән Эдуард Ғәббәсов лайыҡ булды. Икенселә — Дәүләкән районынан Айгөл Муллагилдина, өсөнсөлә — Стәрлетамаҡтан Гөлназ Йосопова.
«Иң яҡшы текст авторы» номинацияһында Гөлнур Ҡыуатова еңеп сыҡты, Илгиз Абдрахманов «Йыл йырсыһы» исемен алды. «Йыл асышы» — Илнур Рамазанов, «Йыл аранжировкалаусыһы» — Айҙар Хәмзин. Силәбелә ойошторолған Башҡорт Party «Йыл проекты» тип танылды, «Виртуаль йондоҙ» исемен Милена Зарипова яуланы. «Йыл клибы» — Е7Е-media студияһының медиапродукты, «Йыл йыры» — Ринат Ниғмәтуллиндың «Аяҡ аҫтында» композицияһы.
Фестивалдең гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Кисәне ике пар: Башҡорт драма театрының билдәле актеры Хөрмәтулла Үтәшев менән популяр башҡарыусы RNT Ринат Ниғмәтуллин, Башҡорт драма театры актрисаһы Римма Ҡаһарманова менән Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин алып барҙы. Жюри составында композитор Урал Иҙелбаев, ҡурайсы Роберт Юлдашев, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, продюсер, «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры урынбаҫары Айрат Мусин, продюсер һәм композитор Риф Арыҫланов, йырсы Радик Юлъяҡшин, «Бүреләр» төркөмө лидеры Илшат Абдуллин, «Электролайн» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Айгуль Хужина эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика