07:10 (UTC+5), 17 Ноября 2015

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Бәхетнамә» тапшырыуы яңғыҙаҡтарға үҙ ишен табырға ярҙам итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Бәхетнамә» тапшырыуы йәнә яңғыҙҙар проблемаһына мөрәжәғәт итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр аҙна «Бәхетнамә» сығарылыштарының береһе яңғыҙ кешеләрҙең үҙ парын эҙләү темаһына арнала.
Бөгөн студияға Мостафа исемле ҡунаҡтың килеүе көтөлә. Фермер, ике бала атаһы, улы менән ҡыҙы айырым йәшәй. Тол ир яңғыҙлыҡтан арып, «Аулаҡ өй» клубына йөрөй башлаған. Әммә әлегә уға күңеленә ятҡан ҡатын-ҡыҙ осрамаған.
«Геройыбыҙҙың буйҙаҡтар, холоҡтарҙың тап килеүе, мөхәббәт хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәре бар, — тип хәбәр итте проект етәксеһе Гөлназ Яҡупова. — Йәш саҡта ғына мөхәбәтте эҙләргә кәрәкмәй, ул үҙе килә, өлкәнәйгәс иһә үҙеңә оҡшаған кешене табыуы бик ауыр, тине программабыҙ геройы».
Тапшырыуҙың икенсе ҡунағы — «Аулаҡ өй» клубын ойоштороусы Айгөл Ниғмәтуллина. «Бәхетнамә» тура эфирҙа бара, геройҙарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика