Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2015, 16:05

«Башҡортостан» ДТРК-һы «Дмитрий Хворостовский һәм дуҫтары — балаларға» проектына арналған фильм тәҡдим итә

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡовтың концерты алдынан «Башҡортостан» ДТРК-һының «Йөрәк моңо» фильмының премьераһы була. Ун минутлыҡ фильм танылған опера йырсыһы Дмитрий Хворостовскийҙың сирле балаларға ярҙам күрһәтеүенә арналған. Былтыр Мәскәүҙә «Дмитрий Хворостовский һәм дуҫтары — балаларға» проектының тәүге хәйриә концерты уҙҙы. Концерттан йыйылған аҡсанан ярҙам алыусылар араһында Башҡортостан балалары ла бар.
«Фильмдың идеяһы ҡапыл ғына тыуҙы. Журналисыбыҙ Рөстәм Ғәббәсов Илдар Абдразаҡов менән дуҫ, Нью-Йоркка уның концертына ла барҙы. Шунда ул сирле балаларға ярҙам йөҙөнән икенсе концертты Өфөлә уҙғарырға ниәтләүҙәрен белеп ҡалды. Беҙ йырсы ярҙам ҡулы һуҙған республика балаларының яҙмышын да күҙәтеп барырға булдыҡ. Йыйылған аҡсаға уларҙың тейешле дарыуҙар һәм ҡорамалдар һатып алыуҙарын белдек, дауалауҙа ла алға китеш бар», — тип һөйләне «Башҡортостан» ДТРК-һының генераль директоры Азамат Сәлихов.
Фильмдың геройҙары — инсулин помпаһы өсөн материалдарға мохтаж алты йәшлек ҡыҙыҡай һәм гиҙеүсе нерв стимуляторы талап ителгән малай, һәм башҡа ҡиммәтле дауалауға мохтаж булған балалар. Программаға йондоҙҙоң Өфөгә килгәс тә биргән эксклюзив интервьюһы ла ингән. Ижади төркөм — фильмдың авторы Юлия Тютина, продюсеры Рөстәм Ғәббәсов, режиссеры Тимерйән Зөбәйеров, операторҙар Азамат Әхмәҙишин һәм Илшат Ҡаҙаҡҡолов — илһамланып эшләгән.
21 ноябрҙә иртәнге сәғәт 9 тула 20 минутта «Рәсәй 1» телеканалының «Өфө һөйләй һәм күрһәтә» тапшырыуында ошо фильмдың премьераһы була. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, фильм инглиз теленә тәржемә ителеп, Дмитрий Хворостовскийға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ уны федераль кимәлдә күрһәтеү ҡаралған.
Читайте нас: