09:38 (UTC+5), 16 Ноябрь 2015

Башҡорт Википедияһының ирекмәндәр төркөмө рәсми рәүештә донъя кимәлендә танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Сентябрь аҙағында башҡорт ирекмәндәре үҙҙәренең берләшмәһен танытыу өсөн ғариза биргәйне. Ошо көндәрҙә Wikimedians of Bashkortostan User Group 49-сы булып донъялағы шундай төркөмдәр исемлегендә теркәлде һәм ул Рәсәйҙә берәү генә.
«Әлегә беҙ рәсми хат алманыҡ, шулай ҙа уҙған ял көндәрендә башҡорт төркөмөн дөйөм исемлеккә индереүҙәре хаҡында хәбәрҙарбыҙ. User Group статусы беҙгә саралар ойошторған саҡта Викимедианың билдәләрен файҙаланырға, башҡорт телендәге вики-проекттарҙың рәсми вәкилдәре сифатында сығыш яһарға, шулай уҡ Википедияның Башҡортостан менән бәйле башҡа тел бүлектәре волонтерҙарының мәнфәғәттәрен яҡларға хоҡуҡ бирә. Киләһе йылда беҙ берлектәге делегацияның «Викимания 2016» тип аталған донъяуи конференцияға сәфәрен ойошторорға ниәтләйбеҙ. Сара июнь аҙағында Италияла уҙа. Теләк бар, хәҙер аҡса табырға кәрәк», — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.
«Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы — Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәтенә булышлыҡ итеүсе үҙаллы коммерцияға ҡарамаған юридик берәмек. Айырым дәүләттәрҙә үҙенең устав эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған донъялағы 41-се төбәк чаптеры иҫәбенә инә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика