06:39 (UTC+5), 16 Ноября 2015

«Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле ижади сәфәр менән Латвияла булып ҡайтты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле ижади сәфәр менән Латвияла булып ҡайтты. Артистар Мәскәүҙән «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында барҙы. Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Латвиялағы вәкиле Рина Хәмитова хәбәр итеүенсә, сәфәр латыштарҙың Лачплесис көнө уңайынан ойошторолдо.
Тантанала Мәскәүҙәге һәм Ригалағы башҡорт ижади коллективтарының концерты ҙур уңыш менән үтте. «Аҡ тирмә» фольклор ансамбленең сығышы халыҡтар дуҫлығы концертының сағыу биҙәге булды. Программала Латвияның «Шишмә» татар-башҡорт ойошмаһының үҙешмәкәр артистары ла ҡатнашты.
Шулай уҡ танылған ҡурайсы Роберт Юлдашевтың тәҡдиме буйынса башҡорт делегацияһы Палдиски ҡалаһына барҙы. Сарала «Аҡбуҙат» башҡорт ойошмаһы рәйесе Ришат Ҡаҙаҡбаев һәм Таллинндағы «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте ҡатнашты. Эстонияға һәм Латвияға сәфәрҙе «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге ойошторҙо.
1 из 9
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика