13:08 (UTC+5), 11 Ноября 2015

Баш ҡалала яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың ижад кисәһе була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында билдәле башҡорт яҙыусыһы Фәрзәнә Аҡбулатованың «Һомайғош юлы» исемле ижад кисәһе була. Әҙибәнең әҫәрҙәрен Йәштәр театры актерҙары Радмир Абдуллин, Аида Күлбаева, Шәһит Хамматов, Илгиз Таһиров, Илнур һәм Ләйсән Лоҡмановтар, Гөлбинә Сафуанова, Илнур Сәлимгәрәев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин, Башҡортостандың халыҡ артистары Вәкилә Ҡалмантаева һәм Рәмилә Сәлимгәрәева, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Фәнис Рәхмәтов уҡый. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы танылған йырсы Нурия Абдуллина, Йәштәр театры актрисалары Гүзәл Әйүпова, Алтынай Хамматова башҡара. Юбилярҙың яҡташы — Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат Илбәков сығыш яһай. Сараны актерҙар Римма Ҡаһарманова һәм Рәмзил Сәлмәнов алып бара. Кисәнең режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.
Фәрзәнә Аҡбулатова — романдар, хикәйәләр, пьесалар, әкиәттәр, балалар өсөн шиғырҙар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Фәрзәнә Аҡбулатованың әҫәрҙәренә кешенең был ерҙәге тәғәйенләнеше, башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында уйланыуҙар, тыуған ергә һөйөү тойғоһо хас.
Фәрзәнә Аҡбулатова Хәйбулла районында тыуған. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, 1991 йылдан «Башҡортостан» ДТРК-ның «Ижад» берекмәһендә мөхәррир, комментатор, етәксе булып эшләй. 1996 йылда «Атай икмәге» тип аталған хикәйәләр йыйынтығы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика