06:08 (UTC+5), 10 Ноября 2015

Фирүзә Париж баш ҡалала «Хистәр» программаһы менән сығыш яһаясаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актрисаһы, эстрада йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Париждың концерты була. «Хистәр» программаһын ойоштороусылар сағыу, онотолмаҫ йырлы тамаша вәғәҙәләй.
Концертта популяр башҡарыусылар Флүрә Туйсина, Әнүәр Нурғәлиев, Таһир Әсәҙуллин, Артур Ҡунаҡбаев, Мөнир Рахмаев ҡатнаша. Махсус ҡунаҡ — Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин). Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.
Фирүзә Париж (Фирүзә Аллаярова) 1997 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 2001 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Шул ваҡыттан бирле күп спектаклдәрҙә төрлө ролдәрҙә уйнай. Уның Маҡтымһылыу («Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға»), Гөлфиназ, Заһиҙә («Бәхет хаҡы»), Зилә («Хыял диңгеҙе»), Нәркәс («Нәркәс»), Алтынсәс («Мин — ҡатын-ҡыҙ»), Гөлсара («Әбейүшкә@тущка.ру») образдары тамашасы күңеленә хуш килде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика