06:39 (UTC+5), 09 Ноябрь 2015

Республика халҡы «Рәсәй биттәре» интернет-ресурсында бушлай китап уҡый ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм МуВоок электрон китапханаһы «Эксмо» нәшриәте һәм А.П Гайдар исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһы ярҙамында «Рәсәй биттәре» проектын тормошҡа ашыра. Проект Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә эшләй башланы һәм 30 октябрҙән 30 декабргә тиклем электрон китапханала бушлай хеҙмәттәр тәҡдим итә.
Ресурста балалар әҙәбиәте өлкәһендәге белгестәр һайлап алған 100 китап тупланған. Әҫәрҙәр Рәсәйҙең этномәҙәни күп төрлөлөгөн, тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдыра. Исемлеккә географик, этнографик һәм тарихи очерктар, Рәсәй халыҡтары әкиәттәре, бөйөк ижадсыларҙың һәм ғалимдарҙың биографияһы, нәфис әҙәбиәт индерелгән. Проект, нигеҙҙә, уҡыусыларға һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Ресурста Өфө яҙыусылары Игорь Савельев һәм ғалим, журналист Эдуард Байковтың фәнни-популяр әҫәрҙәре бар.
«Рәсәй — донъялағы иң ҙур ил, күп милләтле дәүләт. Беҙҙә үҙенсәлекле тарихы, мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре булған 193 халыҡ вәкиле йәшәй. «Рәсәй биттәре» — илебеҙҙең ҡабатланмаҫ күп яҡлы мәҙәниәтенең сағыу биҙәге», — тип хәбәр иттеләр республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика