07:28 (UTC+5), 06 Ноября 2015

«Башҡортостан» киностудияһының анимация фильмы сираттағы призға лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдиновтың «Хәйерлегә булһын!» анимация фильмы Иоанн Кронштадтский иҫтәлегенә арнап ойошторолған II Балалар һәм йәштәр өсөн рухи-әхлаҡи кино фестивалендә Тамашасылар һөйөүе призын алды. Фестиваль Кронштадтта үтте. Был сара, ғәҙәттәгесә, агрессия, рәхимһеҙлек кеүек күренештәр булмаған «изге кино» биләмәһе тип иғлан ителде.
Режиссер «Хәйерлегә булһын!» фильмы өсөн «Икар» I Милли анимация премияһының «Аниматор» номинацияһында наградаға лайыҡ булды, Ҡазанда уҙған XI Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә жюри тарафынан билдәләнде һәм Францияла «Feel Russia» («Почувствуй Россию») Рәсәй мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр киностудияның матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта режисссерҙың «Супер 8» тип аталған эше ноябрҙә Краков ҡалаһында уҙасаҡ Европа кинофестивалендә (Krakowski Festiwal Filmowy, Польша) һәм «Ҡараңғы төндәр 2015» халыҡ-ара кинофестивалендә (Pimedate Ööde Filmifestival — PÖFF, Таллин, Эстония) ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика