Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2015, 11:28
Земфира Өфөлә үтәсәк концертының датаһын билдәләне
Zemfira.ru сайты
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Өфөлә Земфираның концерты була. Йырсының рәсми сайтында «Бәләкәй кеше» тип исемләнгән яңы концерт турының даталары хаҡында мәғлүмәт баҫылды. Гастролдәр 4 февралдә Омск ҡалаһында башлана.
11 октябрҙән сайтта күренә башлаған видеороликтарҙа Өфө ҡыҙы концерттар уҙасаҡ ҡалалар исемлеген төҙөй. Унда баш ҡалабыҙ
дүртенсе урында
.
2016 йылдың 1 апрелендә «Олимпия» спорт комплексында тамамланасаҡ тур алдынан Земфира 20 йырҙан торған исемлек
төҙөп
, olimp@zemfira.ru адресына ебәрергә тәҡдим итте. Йырсының ошо тәҡдимде файҙаланыуы икеле, әммә «бының булыуы ихтимал».
Земфира Өфөлә 2013 йылда Ҡала көнөндә сығыш яһағайны.
Теги:
концерт
земфира
Читайте нас