19:01 (UTC+5), 22 Октября 2015

Журналистика ветераны Марсель Ҡотлоғәлләмов «Башҡортостан» гәзитендә милләттәштәренә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» гәзитенең яңы һанында публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марсель Ҡотлоғәлләмовтың асыҡ хаты донъя күрә. Журналистика ветераны үҙенең мәҡәләһен «Йөрәгебеҙҙе тутыҡ баҫты бит, милләттәштәр!» тип атаған. Билдәле публицист матбуғаттың, мәғлүмәттең тормошобоҙҙағы роле хаҡында фекер йөрөтә, битарафлыҡтың милләттең тарҡаулығына һәм үҙенең йөҙөн юғалтыуына килтереүе тураһында әсенеп яҙа.
«Дәүләт-ара һәм илдәр эсендәге сәйәсәттә мәғлүмәткә хужа булыу, уны файҙаланыу маһирлығы, иҡтисад һәм ҡорал менән бер рәттән, хәҙер төп урындарҙың береһен биләй. Ташҡын рәүешендә, кеше аңына һәм йөрәгенә көндән-көн ҡағыусы мәғлүмәттәр, хәбәрҙәр, уйҙырмалар даръяһында самимилығыңды юғалтыу, аҙашыу, сәсәү хәүефе арта бара. Был процесс көсәйә, төрләнә һәм агрессив төҫ алыуын дауам итәсәк», — тип яҙа асыҡ хат авторы.
Матбуғатҡа яҙылыу осоронда һәр редакция төрлө акциялар үткәрергә, күп көс һалырға мәжбүр, тип билдәләй автор. Ул статистика мәғлүмәттәрен килтерә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Өфөлә башҡорт милләтле 173 меңгә яҡын, Стәрлетамаҡта — 42 меңдән күберәк, Нефтекамала — 34 мең, Сибайҙа — 30 300, Мәләүездә — 29 мең, Салауатта — 28 мең, Октябрьскийҙа — 14 400, Белоретта — 13 мең, Күмертауҙа — 11 500, Бәләбәйҙә 12 меңдән ашыу кешенең йәшәүен теркәне. Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан» гәзитен 532 кеше, Стәрлетамаҡта — 100, Нефтекамала — 350, Мәләүездә — 270, Сибайҙа — 310, Салауатта 33 кеше уҡый.
Журналист гәзиткә теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәрҙең кәмемәүен билдәләй. Баҫманың тиражы кәмеһә лә, даими авторҙары байтаҡ. Республиканың төп баҫмаһында автор булыу — мәртәбә лә, бурыс та, тип иҫәпләй публицист.
«Быуат самаһы тарихы эсенә «Башҡортостан» гәзите туған халҡының бар булмышын, барлыҡ асылын туплаған», — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм мөрәжәғәтен Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыры менән тамамлай:
Дуҫтар, дуҫтар!
Таралышмай,
Тарҡауландыҡ,
Балҡып түгел, быҫҡып яныр
Көнгә ҡалдыҡ.
Хатта ағас, хатта утын —
Күрсе, ана! —
Өйөбөрәк бергә яҡҡас,
Дөрләп ята.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика