06:34 (UTC+5), 21 Октябрь 2015

Мәскәүҙең башҡорт ансамбле халыҡ-ара конкурстың финалына сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов, Фатима Янбаева/. «Suns Europe-2015» халыҡ-ара йыр конкурсының һайлап алыу туры тамамланды. Уның башҡа йыр бәйгеләренән айырмаһы шунда: был конкурста бәләкәй халыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнаша. Төп талап — йырҙы туған телдә башҡарыу һәм үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен сағылдырыу.
Һайлап алыу турында бөтә донъянан 80-дән ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Шуларҙың туғыҙы ғына финалға сыҡты. Мәскәүҙең «Заман» этно-ансамбле конкурстың һуңғы этабында ҡатнашырға саҡырыу алды.
«Заман» ансамбленең художество етәксеһе Радмир Мөфтәхин әйтеүенсә, улар баһалама ағзаларына «Ай нуры» тип аталған бишек йырын тәҡдим итәсәк. Музыка авторы — йәш композитор Айҙар Хәмзин, йырҙың һүҙҙәрен шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә яҙған.
«Заман» этно-проекты 2013 йылда булдырылған. Төркөм Башҡортостандың музыкаль уҡыу йорттарын тамамлап, Мәскәүҙең иң яҡшы вуздарында белем алыуҙарын дауам иткән студенттарҙан тора. Үҙҙәренең төп маҡсатын башҡорт халҡының милли традицияларын пропагандалауҙа күрә.
«Suns Europe-2015» конкурсының финалы 2015 йылдың 11 декабрендә Италияның Удине ҡалаһында уҙа. Еңеүсе аҡсалата приз аласаҡ һәм килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Уға ярашлы, Европа фестивалдәрендә сығыш яһаясаҡ.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика