09:12 (UTC+5), 21 Октября 2015

Өфөлә «Зауэр-фест» халыҡ-ара орган фестивале уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Өфө донъяның органда уйнау үҙәктәренең береһенә әүереләсәк. Башҡорт дәүләт филармонияһында тәүге тапҡыр «Зауэр-фест» халыҡ-ара орган фестивале ойошторола. Тыңлаусыларҙы биш башҡарыусы ҡатнашлығында биш кисә һәм биш эксклюзив программа көтә.
Фестивалдең художество етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, орган сәнғәте халыҡ-ара фестивале лауреаты Эльвира Хәйретдинова. 1 ноябрҙә «Зауэр-фест» уның сығышы менән асыла. Программала төрлө дәүерҙәге, стилдәге көйҙәр, Бах, Вивальди, Фрескобальдиҙың, шулай уҡ замандашыбыҙ Микаэл Таривердиевтың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
7 ноябрҙә Өфөгә Мәскәүҙән Олеся Кравченко килә. Ул Букстехуде, Фрескобальди, Вивальди, Бах һәм Моцарттың әҫәрҙәрен башҡара.
17 ноябрҙә баш ҡала Абхазия ҡунаҡтарын — органсы Лука Гаделияны һәм сопрано Кристина Эшбаны ҡабул итә. «Барокконан бөгөнгө көнгә тиклем» тип исемләнгән программала Бах, Гендель, Лист, Мессиандың музыкаһы яңғыраясаҡ. 21 ноябрҙә Германия музыканты Даниэль Байльшмидт «Йәш Бах» тигән эксклюзив программа тәҡдим итә.
Фестиваль Даниил Дворцовтың (Санкт-Петербург) сығышы менән тамамлана. 1 декабрҙә ул Пахельбель, Клерамбо, Бах, Скарлатти, Гайдн, Шопен, Франк, Дебюсси, Мессиан, Слонимскийҙың әҫәрҙәрен уйнай.
1986 йылда филармонияның бәләкәй залында «Sauer» фирмаһы оҫталары эшләгән орган ҡуйыла. Фестивалдең исеме лә шунан алынған. Учреждениеның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылда Өфөлә «төпләнгән» уйын ҡоралдары короленең 30 йыллығы тантаналы билдәләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика