06:37 (UTC+5), 20 Октября 2015

Башҡортостанда Фольклориада уҙғарыу тураһында ҡарар Рәсәйҙең донъяның мәҙәни мираҫын һаҡлауҙағы ролен билдәләй — Владимир Мединский

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостандың 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеү хоҡуғын алыуына аңлатма биреп, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Көнбайыш яғынан санкциялар иғлан ителгән осорҙа ошо ваҡиғаның айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне.
– Рәсәй Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеү хоҡуғына эйә булды. Халыҡ-ара фестиваль 2020 йылда Башҡортостанда ойошторола. Фольклор фестивале, Олимпиада кеүек үк, дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ошо матур, күләмле байрамда планетаның төрлө мөйөштәренән меңдәрсә ҡунаҡ ҡатнаша. Илебеҙҙә фестивалде үткәреү тураһында ҡарар Рәсәйҙең донъяның мәҙәни мираҫын, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йәшәү рәүеше хаҡында хәтерҙе һаҡлауҙағы ролен билдәләй, – тине Владимир Мединский.
Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фольклориадаға әҙерлек осоронда төбәк алдында торған бурыстарҙы билдәләне.
– Башҡортостанда шундай күләмле сара буласағына бик шатмын, – тине Рөстәм Хәмитов. – Алдағы дүрт йылда әүҙем эшләргә тура киләсәк. Беҙ республикалағы барлыҡ сәхнә майҙансыҡтарын тәртипкә килтерергә, ҡала һәм райондарҙы төҙөкләндереү буйынса эште дауам итергә тейешбеҙ. Республика Хөкүмәтенә һәм бөтә муниципалитеттарға шундай бурыс ҡуйылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда халыҡ сәнғәте, бейеү һәм хор менән йырлау фестивален ойоштороу тураһында ҡарар 45-се Бөтә донъя конгресы һәм Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаһы халыҡ-ара советының генераль ассамблеяһы сиктәрендә ҡабул ителде. Сара 12 октябрҙән 18-нә тиклем Перуҙың Арекипа ҡалаһында уҙҙы.
Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр ойошторола. Фестивалдең маҡсаты – кешелектең мәҙәни мираҫының күп төрлөлөгөн сағылдырыу һәм уны һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика