09:43 (UTC+5), 20 Октября 2015

Баш ҡалала Фәрит Ғилмийәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 октябрҙә Өфөлә танылған фоторәссам, СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы Фәрит Ғилмийәровтың шәхси фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһы була.
Күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа ижад ителгән 40-тан ашыу эш ҡуйыласаҡ. Улар араһында Өфө, рәссамдың тыуған төйәге — Ҡариҙел районы һәм республиканың башҡа күркәм урындары төшөрөлгән һүрәттәр бар. Фәрит Ғилмийәров эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Башҡортостандың һәм Татарстандың сәнғәте, мәҙәниәте. Ул яҙыусы, шағир, композитор, артист, рәссам һәм ғалимдарҙың бик күп фотопортретын төшөргән. Быйылғы экспозицияла бөйөк йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашеваға арналған фотоколлаж тәҡдим ителә. Шулай уҡ шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың, рәссам Йәлил Сөләймәновтың портреттарын күрергә мөмкин.
Күргәҙмәне Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяров биҙәгән. Күргәҙмә киске сәғәт 5-тә асыла. Адресы: Төхвәт Йәнәби урамы, 49/4, 68-се лицей.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика