11:32 (UTC+5), 15 Октября 2015

Төбәккә татар йырын иң яҡшы башҡарыусылар йыйылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дүртөйлө районында «Туған тел» татар йырын йәш башҡарыусылар конкурсын асыу тантанаһы булды. Бәйгегә Башҡортостандан һәм Татарстандан 40-ҡа яҡын йырсы килде.
Сығыштарҙы компетентлы жюри баһалай. Жюри рәйесе — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Иҙрис Ғәзиев. Жюри составына йырсы, тальянда уйнаусы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, композитор, Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесенең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары, «Туған тел» конкурсына нигеҙ һалған Алик Лоҡманов, йырсы, композитор, «Ай-Рат» ижад студияһы етәксеһе, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айрат Халиҡов, Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы, республика конкурстары лауреаты Дамира Сәйетова инә.
Конкурсанттар һәм баһалама ағзалары район буйынса күсмә концерттарҙа ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика