08:27 (UTC+5), 13 Октября 2015

Баш ҡалала «Мостай уҡыуҙары» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» республика ижади конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арналған.
Әҙәби ун көнлөктә Өфөнөң белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурстың номинациялары: видеодәрестәр (уҡытыусылар өсөн генә), «Минең яратҡан яҙыусым (шағирым)» видеороликтары, «Әҙәби Өфө» фотоконкурсы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған эштәр 11 октябрҙән 21-нә тиклем ҡабул ителә, 22-нән 26-на ҡәҙәр — бәйгегә, 29 октябрҙә түңәрәк өҫтәлдә ун көнлөккә йомғаҡ яһала. Материалдарҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге махсус биткә һалырға йәки mustay_karim@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән берлектә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-методик үҙәге, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика