06:02 (UTC+5), 06 Октябрь 2015

Республикала үҙешмәкәр композитор Юлай Моратов менән бәхилләштеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Үҙешмәкәр композитор Юлай Моратов Сибайҙа 67-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Республиканың мәҙәни тормошонда спектаклдәргә көйҙәр ижад итеүсе һәм 200-ҙән ашыу йыр авторы булараҡ билдәле. Уның йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин кеүек популяр йырсылар башҡарҙы.
Юлай Хәким улы Моратов 1949 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Буласаҡ композитор Сибай педагогия училищеһын һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын тамамлаған. Юлай Моратовты Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында һәләтле уҡытыусы һәм күп балалы атай булараҡ беләләр ине. Ул үҙенең 10 балаһына ла музыкаль белем биргән.
Мәрхүм тыуған төйәгендә — Баймаҡ районында ерләнә. Композиторҙың йырҙарын «Бәйләнештә»ге төркөмдә тыңларға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика