10:23 (UTC+5), 06 Октябрь 2015

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле яңы ижад миҙгелен аса

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле яңы ижад миҙгелен аса. 22 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында «Берҙәм ғаиләлә» исемле тамаша була. Концерт донъя халыҡтарының берҙәмлегенә арналған.
Тамашаны ижади төркөм — «Мираҫ»тың директоры Айнур Искәндәров, художество етәксеһе Нәфирә Ихсанова, балетмейстер Әлфиә Тимерғәзиева, хормейстер Эльвира Ғәйфуллина, музыкаль етәксе Сергей Гориченский, «Забава» ансамбле етәксеһе Виктор Ярцев әҙерләй.
Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.
Ансамблдең репертуарында 70-тән ашыу бейеү бар. Уның нигеҙен республика халыҡтары фольклоры тәшкил итә. Башҡортостан илселәренең сәнғәте Рәсәйҙең күп ҡалаларына таныш, улар араһында — Сочи, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Һамар, Мәскәү. Мираҫтарға Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Лаос, Ҡаҙағстан тамашасылары алҡышлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика