06:32 (UTC+5), 05 Октября 2015

Республика Башлығы мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында «Милләт-ара татыулыҡты булдырыу һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү факторҙарының береһе булараҡ халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү» тип аталған республика кәңәшмәһе уҙғарҙы. Сара Темәс ауылының мәҙәниәт йортонда үтте.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, быйыл республика ҡала һәм райондарында мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһы нығытылған, яңы объекттар төҙөлгән һәм яңыртылған. Шул уҡ ваҡытта йәнә 100-гә яҡын объектҡа ремонт талап ителә.
Халыҡ ижадын үҫтереү хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов бөтә муниципалитеттарҙа ла мәҙәниәт менән системалы идара итеүҙең булмауын билдәләне.
Уның фекеренсә, белем биреү ойошмаларында, предприятиеларҙа, министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа халыҡ ижадын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Бынан тыш, этнотуризм кеүек йүнәлештәрҙе киңәйтеү зарур.
– Этнотуризм – тормошобоҙҙағы иң ҡыҙыҡлы, мөһим деталдәрҙең береһе. Тәбиғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халыҡ кәсептәре республикаға килгән кешеләр өсөн бик ҡыҙыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова үҙ сығышында республика етәкселегенең мәҙәниәтте үҫтереү буйынса эшен юғары баһаланы. Уның әйтеүенсә, хәҙер республикала мәҙәниәт һәм халыҡ ижады өлкәһендә бик күп проекттар ғәмәлгә ашырыла, уларҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Шулар араһында «Уңышҡа аҙым!» инноватика мәктәбе, моделле мәҙәниәт усаҡтарын төҙөүгә, мәҙәни-ял итеү өлкәһендә иң яҡшы инновация проекттарына республика конкурстары бар.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың доклады республикала халыҡ ижадын үҫтереү проблемаларына һәм перспективаларына арналғайны. Уның фекеренсә, әлеге мәлдә мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, улар өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү, район мәҙәниәт йорттары һәм ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, балалар сәнғәт мәктәптәрен лицензиялау мәсьәләһе киҫкен тора.
Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса эше, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов муниципалитеттың граждандарға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Кәңәшмәнән һуң республика Башлығы «Башҡорт аты» этнофестивален ҡараны.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика