10:39 (UTC+5), 05 Октября 2015

«Аманат» журналы «Башҡорт халҡының хәрби даны» миҙалы менән бүләкләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә, «Башинформ» агентлығының матбуғат конференциялары залында «Аманат» журналын «Башҡорт халҡының хәрби даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов баҫманың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллинға награда, башҡорт һәм рус телдәрендә таныҡлыҡ тапшырҙы. «Аманат» журналы 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт халҡының ҡатнашыуын әүҙем яҡтыртҡаны һәм Башҡортостанда үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләнде.
— Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 25 йыл тулыуға бәйле беҙ клубтың устав йолаһын башҡарабыҙ. «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналы илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йәһәтенән файҙалы һәм мөһим. Ул башҡаларға өлгө булып тора, — тип билдәләне Илдар Шәйәхмәтов.
Сара һуңында клуб ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мәжитов башҡорт бейеүен башҡарҙы.
«Аманат» — башҡорт телендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айлыҡ журнал. Журнал биттәрендә балалар ижады, Башҡортостан халыҡтары тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт, мәктәп тормошо яҡтыртыла. 1929 йылдың мартынан сыға. Тиражы — 3230 дана.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика